+7 (347) 216–81–80 г.Уфа, ул. Российская, 100/3 magpos@mail.ru

ГБПОУ Уфимский многопрофильный профессиональный колледж

Центр непрерывного повышения профессионального мастерства педагогических работников

13.12.2024 14 декабрь – Башҡорт теле көнө 14 декабря – День башкирского языка

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бәйле 2015 йылдан алып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән билдәләнһә, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән рәсми статус алды. Был көндә Башҡортостанда һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә төрлө форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрелә, уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә, киләһе йылға пландар билдәләнә.
Өфө күп профилле профессиональ колледжы дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһының Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәге лә был сараларҙан ситтә ҡалмай, уҡытыусылар менән берлектә төрлө саралар ойоштора, конкурстарға йомғаҡ яһай. 
Быйыл Башҡорт теле көнө айҡанлы Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәге коллективы үҙенсәлекле флешмоб ойошторҙо – шиғырҙар уҡыны, йыр башҡарҙы.
14 декабря Республика Башкортостан отмечает День башкирского языка, установленный постановлением главы Республики Башкортостан Радий Хабировым в 2019 году с целью сохранения и развития башкирского языка как поддержание языкового многообразия народов Российской Федерации. В этот день проводятся различные мероприятия, направленные на сохранение и популяризацияю башкирского языка. 
В День башкирского языка коллектив Центра непрерывного повышения профессионального мастерства педагогических работников под руководством директора ГБПОУ Уфимский многопрофильный профессиональный колледж Сынтимира Биктимировича Баязитова провели флешмоб. 

Видеозапись